15:01 (UTC+5), 18 Август 2022

Быйыл Башҡортостанда тағы 10 газ ҡойоу станцияһы эшләй башлай

Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре
Роман Якимчук

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстандың Наманган өлкәһендә республикабыҙҙа газ ҡойоу инфраструктураһын үҫтереү буйынса партнер – «ГазРесурс» компанияһын ойоштороусының газ заправкаһында булды. Ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә үҙенең тәьҫораттары һәм пландары менән уртаҡлашты.

«Бында ошондай 200-ҙән ашыу станция бар, бөтәһендә лә заправка өсөн постар күп. Мин 32 пост күрҙем. Бындай маҡсатҡа ирешеү өсөн беҙгә байтаҡ эштәр башҡарырға кәрәк, шуға ынтылырбыҙ. Был тема беҙҙең өсөн бик мөһим. Газ-мотор яғыулығы экологик яҡтан да отошло, шуға күрә республика инфраструктураны үҫтереү менән ҡыҙыҡһына. Әле беҙҙә 41 автомобилгә газ ҡойоу компрессор станцияһы эшләй, быйыл тағы 10 асыла», – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

«ГазРесурс»тың  Башҡортостанда алты станцияһы бар, Благовещенда инвестор заправка станциялары һәм транспорт өсөн газ баллондары етештереү заводын проектлай. Киләһе йылдан Стәрлетамаҡ районында шыйыҡландырылған тәбиғи газ етештереү заводы эшләй башлай. Киләсәктә газ-моторлы техниканы хеҙмәтләндереү буйынса ҙур сервис үҙәген асыу күҙаллана.

«Газ заправкалары селтәрен үҫтереү йәһәтенән пландарыбыҙ ҙур. Инвесторҙар өсөн отошло шарттар булдырылған. Автомобилгә газ ҡойоу станцияларында кәмендә 4 заправка посы булһа, дәүләт 36 миллион һум күләмендә субсидия бирә, шуның 12% республиканан бүленә», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, федераль кимәлдә лә граждандарҙы һәм бизнесты газ-мотор яғыулығына күсереү өсөн стимул булдырыла. Уларға тотонолған сығымдарҙың яртыһын тиерлек ҡаплана.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-08-18/v-nyneshnem-godu-v-bashkirii-poyavitsya-esche-10-gazozapravochnyh-stantsiy-2914204

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика