Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
88
+0.1
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Август 2022, 15:24

Башҡортостанда ауыл мәктәбе 40 миллион һумға төҙөкләндерелгән

vk.com/id516529973
Фото:vk.com/id516529973

Хәйбулла районы Маҡан ауылында мәктәпте капиталь ремонтлау эштәре тамамланып килә. Белем усағын яңыртыу өсөн федераль бюджеттан 40 миллион һум аҡса бүленгән. Подрядсы ойошма эш күләмен ваҡытында тамамланы, тине урындағы хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов.

«Ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙҙәренең класын күреп, хайран ҡалыр тип уйлайым. Сөнки элеккенән бында стеналар ғына тороп ҡалған. Башҡалары иһә өр-яңы, сағыу һәм заманса», – тип яҙҙы Хәйбулла районы башлығы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-08-12/v-bashkirii-selskuyu-shkolu-otremontirovali-za-40-mln-rubley-2907363

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас: