Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Август 2022, 11:18

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Галина Бахшиева
Фото:Галина Бахшиева

Алдағы өс көндә Башҡортостанда урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе фаразлана, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Бөгөн республикала көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан секундына 3-8 метр тиҙлектә иҫә, йәшен ваҡытында секундына 14 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ +27, +32 градус.

11 августа төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Ел төньяҡ-көнбайыштан, талғын. Урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +13, +18 градус, урыны менән +8 градусҡа ҡәҙәр. Көндөҙ +26, +31 градус.

12 августа урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, талғын. Урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +12, +17 градус, урыны менән +5 градусҡа тиклем. Көндөҙ +22, +27 градус.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-08-10/v-bashkiriyu-idut-dozhdi-i-grozy-2903648

Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: