Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.86
0
92.14
0
62.97
+0.13
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Август 2022, 10:36

«Мин Раевкала» — Ләйсән Үтәшева Башҡортостанда ял итә

Танылған яҡташыбыҙ, телевидениела алып барыусы, художестволы гимнастика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры, Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа еңеүсе Ләйсән Үтәшева Әлшәй районы Раевка ауылында көн иткән өләсәһе менән олатаһында ҡунаҡта.

Был яңылыҡ менән ул «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә уртаҡлашты. Ләйсән Үтәшева ҡыҫҡа видеояҙмала туғандарының йортон, бәләкәй сағында йәшәгән бүлмәһен күрһәтте.

«Нәнәйем менән ҡартатайымдың йорто — иң яратҡан урын! Бында бөтәһен дә яҡшы хәтерләйем. Тыуған Раевкам — көс йыйыу урыным булды, әле лә шулай. Ошонда тыуып үҫкәнмен. Бында барыһы ла элекке кеүек... тик мин генә бәләкәй түгелмен һәм туғандарыма ғаиләм менән ҡайтам... Мотлаҡ артыҡ килограмдар туплайым, ләкин үҙемде бының өсөн шелтәләмәйем, сөнки өләсәйемдең бешергән ризыҡтары — донъяла иң тәмлеһе!!!», — ти Ләйсән.
Читайте нас: