14:50 (UTC+5), 05 Августа 2022

Кушнаренко районында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа инде

5 августа Кушнаренко районы Яҡуп ауылында фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһы уҙҙы. Бина «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын  яңыртыу» федераль проекты сиктәрендә төҙөлдө. Уның маҡсаты — йәшәгән урын янында медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу.

Сарала Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин, Кушнаренко районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин, Матвеев ауыл Советы хакимиәте башлығы Эдуард Баһауетдинов һәм Кушнаренко үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илдар Бакаев ҡатнашты.

Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса нормативтарға һәм сифат стандарттарына тулыһынса тап килә, унда процедуралар, халыҡты ҡабул итеү кабинеттары, дарыуҙар һаҡлау, хеҙмәткәрҙәр өсөн бүлмәләр бар. Фельдшер-акушерлыҡ пункты Яҡуп һәм Матвеев ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә.

Тиҙҙән Мәмәк һәм Солтанай ауылдарында ла ике яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылырға тейеш.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-08-05/v-kushnarenkovskom-rayone-bashkirii-otkryli-novyy-feldshersko-akusherskiy-punkt-2899417

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика