13:03 (UTC+5), 04 Августа 2022

Яҡташтарыбыҙ «Йыл ғаиләһе» бөтә Рәсәй конкурсы номинацияһында еңеү яуланы

Фото: Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы
Роман Якимчук

VII «Йыл ғаиләһе» Бөтә Рәсәй конкурсының ойоштороу комитеты биш номинация буйынса федераль этап еңеүселәрен иғлан итте: «Күп балалы ғаилә», «Йәш ғаилә», «Ауыл ғаиләһе», «Алтын ғаилә», «Ғаилә – ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлаусы».

«Ауыл ғаиләһе» номинацияһында Тәтешле районы Кәлтәй ауылынан Мәкиә һәм Муллахан Муллахмәтовтар ғаиләһе еңеү яуланы. Конкурстың федераль этабында төбәк этаптарында еңгән 353 ғаилә ҡатнашты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, июнь айында Муллахмәтовтар ғаиләһе конкурстың республика этабында «Ауыл ғаиләһе» номинацияһында беренсе урынды алғайны. Ғаилә башлығы Муллахан Муллахмәт улы Кәлтәйҙә «Сәрбиямал» мәсете, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәргә обелиск төҙөү эшен башлап ебәргән. Ул тыуған ауылының тарихын өйрәнә, унда йәшәүселәрҙең барыһының да шәжәрәләрен төҙөгән.

Конкурс 2016 йылдан уҙғарыла. Уны ойоштороусылар – Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Ауыр тормош шарттарында ҡалған балаларға ярҙам фонды, ил субъекттарының башҡарма власть органдары.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-08-04/semya-iz-bashkirii-oderzhala-pobedu-v-nominatsii-vserossiyskogo-konkursa-semya-goda-2897933

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика