Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.65
+0.24
92.68
-0.07
68.77
-0.34
18+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Август 2022, 11:13

Иглин районында водителдәрҙе тикшереү ойошторола

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәте
Фото:Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәте

Бөгөн Иглин районында Һамар – Өфө – Силәбе автомобиль юлының 1506-сы саҡрымында республика ЮХХДИ-ның айырым батальоны водителдәрҙе тикшереү ойоштора. Айырыуса иҫерек водителдәрҙе һәм башҡа административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлауға иғтибар бүленә. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2 августа Иглин районында теркәлгән юл фажиғәһендә бер ҡатындың ғүмере өҙөлгән, балалары йәрәхәтләнгән. Был осраҡты Тәфтиш комитеты тикшерергә йыйына.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-08-04/v-iglinskom-rayone-bashkirii-proydut-massovye-proverki-voditeley-2897565

Читайте нас: