16:58 (UTC+5), 04 Августа 2022

Республикала сентябрь урталарында COVID-19 менән сирләү осраҡтарының артыуы көтөлә

Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте
Азат Ғиззәтуллин

Сентябрь урталарында Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороу осраҡтарының артыуы ихтимал. Бөгөн «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә Роспотребнадзорҙың Башҡортостан идаралығы етәксеһе Анна Казак ошо хаҡта һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, әлегә хафаланырға сәбәп юҡ, ләкин хәҙерҙән үк вакцинация һәм ревакцинация буйынса әүҙем эшләргә кәрәк. Август аҙағында отпускынан һуң эшкә сыҡҡан уҡытыусыларға айырым иғтибар биреү зарур. Анна Казак әйтеүенсә, шулай уҡ августа грипҡа ҡаршы вакцина яһата башлау мөһим.

4 авгусҡа республикала 292 418  коронавирус инфекцияһы осрағы теркәлгән (уҙған тәүлектә тағы 91), тип билдәләне Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин. Республиканың йоғошло сирҙәр госпиталдәрендә 3 авгусҡа яңы коронавирус инфекцияһын дауалау өсөн 375 койка әҙерләнгән.

Республикаға яңы коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү өсөн 3 226 648 вакцина килтерелгән (балалар өсөн 9 430).

Башҡортостанда 3 017 327 кеше – вакцинаның беренсе, ә 2 801 350 кеше ике компонентын да ҡаҙатҡан.

Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин муниципалитет хакимиәттәре башлыҡтарына вакцинация һәм ревакцинация мәсьәләһен шәхси контролдә тоторға ҡушты.

«Һуңынан йәнә сикләү сараларын индерергә тура килмәһен өсөн бөгөндән халыҡҡа прививка яһау менән шөғөлләнергә кәрәк. Үҙегеҙҙән һәм хакимиәттәрегеҙҙән башлағыҙ. Республикала «Спутник V» вакцинаһы етерлек. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 267 меңдән ашыу доза бар. Үҙеңде хәүефһеҙ тойоу өсөн мотлаҡ ҡабаттан вакцина эшләтергә кәрәк. Был айырыуса хәүеф төркөмөнә ҡарағандарға — хроник сирҙәре булғандарға ҡағыла», — тип билдәләне Максим Забелин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-08-04/v-bashkirii-rost-zabolevaemosti-covid-19-prognoziruetsya-v-seredine-sentyabrya-2898402

 

Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте
Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика