14:44 (UTC+5), 04 Августа 2022

Башҡортостан Донбасҡа гуманитар йөк оҙатты

Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты

Һигеҙ йөк машинаһынан торған автоколонна Өфө районы «Башсельхозтехника» базаһы биләмәһенән Луганск Халыҡ Республикаһының Петровский ҡалаһына юлланды. Был йөк (пиломатериалдар, гипсокартон, сэндвич-панель, йылылыҡ үткәрмәй торған материалдар, радиаторҙар, торбалар, инструменттар һәм башҡалар) Петровскийҙың генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәбе өсөн тәғәйенләнгән.

«Бөгөн сираттағы гуманитар ярҙам ылауын оҙатабыҙ. Колонна менән 21 кеше, 10 берәмек техника бара, 91 тонна төҙөлөш материалы тейәлгән. Мәктәптә бөтә эштәрҙе ваҡытында башҡарып сығып, яңы уҡыу йылына объектты сафҡа индерергә кәрәк. Шулай уҡ беҙ Красный Луч ҡалаһына командировкаға ебәрелгән белгестәргә 4 тоннаға яҡын оҙаҡ һаҡланған аҙыҡ-түлек алып барабыҙ», –  тине «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров әйтеүенсә, әлеге ваҡытта Петровский мәктәбендә республикабыҙҙан килгән 110 төҙөүсе эшләй. Гуманитар миссия башланғандан алып республика Донбасҡа 1 400 тоннанан ашыу ярҙам оҙатҡан. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса гуманитар ылау даими рәүештә Луганск Халыҡ Республикаһына йөк ташый.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-08-04/bashkortostan-otpravil-v-donbass-ocherednuyu-partiyu-gumanitarnoy-pomoschi-2898074

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты
Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика