Рус география йәмғиәте төбәк бүлексәһенең Мәләүез районында уҙған күсмә кәңәшмәһендә ҡатнашыусылар «Торатау» һәм «Янғантау» геопарктары эшмәкәрлеге мәсьәләләрен дә тикшерҙе.
«Торатау» геопаркының фән, мәғариф, экология һәм туризм үҙәге директоры Сәйҙә Суворова һөйләүенсә, быйыл ноябрҙә махсус йыһазландырылған тимер баҫҡыс — тауға менеү өсөн 5,65 саҡрым оҙонлоҡтағы экоһуҡмаҡ һалыу тамамлана. Бында 80 автомобилгә иҫәпләнгән парковка булдырыла, шулай уҡ яңы тирмәләр ҡороу планлаштырыла.
Баҫҡыс төҙөү үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын, уникаль тәбиғи байлыҡты һаҡлау өсөн кәрәк. Әле Торатау битләүендә 40-ҡа яҡын һуҡмаҡ бар. Уларҙың һәр береһе — тапалған һәм юҡҡа сығарылған үҫемлектәр һыҙаты, был һуңынан флора һәм фаунаның, шул иҫәптән һирәк осраған һәм Ҡыҙыл китапҡа ингән төрҙәрҙең юҡҡа сығыуына килтереүе мөмкин.
Махсус экоһуҡмаҡ-баҫҡыс менгәндә һәм төшкәндә туристар хәрәкәтен яйға һалырға мөмкинлек бирә. Ҡунаҡтарға уңайлы булһын өсөн баҫҡыста ял итеү зоналары һәм мәғлүмәт стендтары булдырыла.
Башҡортостан Башлығы республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына геопарктар янындағы туристик инфраструктураны комплекслы үҫтереү проектын еренә еткереп эшләргә ҡушты.
«Янғантау» геопаркында өс өҫтөнлөклө объект билдәләнде. «Мәсетле» геологик музей комплексы, «Каруанһарай» этнографик комплексы һәм «Салауат ере» тарихи-мәҙәни комплексы. Проект-тикшеренеү эштәренә 50 миллион һум бүленгән.
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына һунарсылар өсөн ҡырағай йәнлектәрҙе аулауға квотаны кәметеүҙе ҡайтанан ҡарарға ҡушылды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.