Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.53
+0.06
92.27
-0.01
66.89
+0.15
14+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Август 2022, 12:11

Росавиация илдең көньяғына осоштарҙы сикләү режимын оҙайтты

Федераль һауа транспорты агентлығы илдең көньяғына һәм үҙәк өлөшөнә осоштарҙы ваҡытлыса сикләү режимын 11 авгусҡа тиклем оҙайтты. Был хаҡта мәғлүмәт ведомствоның рәсми сайтында баҫылған.

Һүҙ Анапа, Белгород, Брянск, Воронеж, Геленджик, Краснодар, Курск, Липецк, Дондағы Ростов, Симферополь һәм Элиста аэропорттары хаҡында бара.

«Авиакомпанияларға Сочи, Волгоград, Минераль Һыуҙар, Ставрополь һәм Мәскәү аша альтернатив маршруттар тәҡдим ителә. Башҡа аэропорттар ғәҙәттәгесә эшләй», — тип тиелә белдереүҙә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-08-03/rosaviatsiya-prodlila-rezhim-ogranicheniya-poletov-na-yug-strany-2896774

Читайте нас: