17:37 (UTC+5), 29 Июль 2022

«Башҡорт аты» фестивалендә Рәсәй төбәктәренән ҡунаҡтар ҡатнаша

Альмира Давлетбаева

Баймаҡ районында «Башҡорт аты» республика фестивале менән бер рәттән «Мәргән уҡсы» төбәк-ара фестивале бара. Быйыл унда Башҡортостандан, Ҡалмыҡ Республикаһынан, Пермь крайынан, Әстрхан, Силәбе, Омск өлкәләренән, Екатеринбургтан һәм Мәскәүҙән 100-гә яҡын уҡсы ҡатнаша. Ярыш ике номинацияла уҙғарыла: йәйәүлеләр һәм һыбайлылар турниры.

«Бөгөн беҙ һеҙҙең республикаға яуап сәфәре менән килдек, үҙебеҙҙә, Ҡалмыҡ Республикаһында, ярыштарҙы беренсе йыл ғына уҙғармайбыҙ, һеҙҙең спортсылар Рушан Хәсәнов менән Асҡар Ишбирҙин Элистала ойошторолған Еңеү клубына килә. Шуға күрә Башҡортостанды күреү беҙҙең хыял, маҡсат ине. Етәкселегебеҙ ярҙамында беҙ бөгөн һеҙҙә», — тине Ҡалмыҡ Республикаһының Һыбай уҡ атыу федерацияһы президенты, Рәсәйҙең һыбай уҡ атыу буйынса йыйылма командаһы ағзаһы Хонгр Уладаев.

Һыбай килеш уҡ атыу номинацияһында Ҡалмыҡ Республикаһынан Аркадий Бадмаев менән Очир Атинов ҡатнаша.

«Мәргән уҡсы» — төрлө милләт вәкилдәрен берләштергән күләмле проект. Ул халыҡтарҙың тарихи, этник, фольклор һәм мәҙәни мираҫын пропагандалауға һәм өйрәнеүгә йүнәлтелгән. Традицион башҡорт уйындарының бер төрөн популярлаштырыуҙан тыш, «Мәргән уҡсы» хәрәкәте милли этник кейем кейеп йөрөүҙе лә пропагандалай. Фестиваль 2016 йылдан бирле үткәрелә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул республикабыҙҙан тыш, унан ситтә лә популярлыҡ яуланы. Төрлө йылдарҙа унда Германия, Төркиә, Литва, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Словакия, Дағстан, Рәсәй һәм Башҡортостан төбәктәренән уҡсылар ҡатнашты.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-07-29/na-festival-bash-ort-aty-priehali-gosti-iz-regionov-rossii-2891568 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика