15:26 (UTC+5), 26 Июля 2022

Башҡортостанда уңыш йыйыуға төштөләр

Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре
Роман Якимчук

Ейәнсура районында «Баҫыу көнөндә» республикала уңыш йыйыуға символик старт бирҙеләр. Мәләүез районында – ужым арышы, Көйөргәҙелә ужым бойҙайы саба башланылар. Йәрмәкәй, Туймазы, Көйөргәҙе, Өфө райондарында иң иртә культураны – ужым шипкәнен һуғыуға тотонғандар. Был хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҙып сыҡты.

Аграрийҙарға 1,757 миллион гектар иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйып алырға кәрәк. Шуның 262 мең гектары – ужым ашлығы, 1,495 миллион гектары – яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы культуралары. Бынан тыш, 435 631 гектар майҙандан – майлы культураларҙы, 44 320 гектарҙан – шәкәр сөгөлдөрөн, 3900 гектарҙан картуф һәм йәшелсә йыйып алыу бурысы тора.

«Фараздар һәйбәт. Әммә белгестәр һандар менән бик һаҡ. Былтырғы ҡоролоҡ барыһын да планлаштырыуға икенсе төрлө ҡарарға мәжбүр итте. Ләкин быйыл уңыш өлгөрөү осоронда һауа торошо ыңғай булды. Хатта ямғырҙың күп яуыуы ла ҡамасауламаны. Аграрийҙарға көс һәм яҡшы һауа торошо теләйем!», – тип билдәләне Хәбиров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика