
20 августа Бүздәк ауылында «БәлешФест-2022» традицион милли аш-һыу республика фестивале ойошторола.
Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йортоноң матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сара район үҙәгенең спорт һәм ял паркында үткәрелә. Республиканың 20 районынан һәм алты ҡалаһынан, Пермь крайынан, Ырымбур өлкәһенән, Татарстан Республикаһынан ҡатнашыусыларҙың килеүе көтөлә.
Милли ризыҡтар әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре була. Башҡорт, татар, рус, сыуаш, мари, мордва, удмурт халҡының милли аш-һыуын тәмләп ҡарау, төрлө конкурстар, презентациялар ойошторола. Фестиваль йыр-моң, халыҡ бейеүҙәре һәм уйындары, милли музыка ҡоралдарында уйнау менән оҙатып барыла.
Район халҡын һәм ҡунаҡтарын өлкәндәр, балалар өсөн төрлө тематик майҙансыҡтар: милли кейемдәр, йорт кәрәк-яраҡтары, биҙәүестәр, һөнәрселек эше (ағас эшкәртеү, сигеү, ағас һырлау, тал сыбығынан үреү), этнофотозоналар көтә.
Бүздәк ауылында «Бәлеш» яңы арт-объектын асыу фестивалдең төп биҙәге булмаҡсы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.