

Республика етәксеһе социаль селтәрҙәрҙә сәйәхәт итергә теләгән оло быуын вәкилдәре өсөн «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм» программаһы тураһында яңы яҙмаһы менән уртаҡлашты.
«Йыш ҡына шулай була: кеше ғүмере буйына тыуып үҫкән районында йәшәй, эшләй. Командировкаларға һәм ял итергә башҡа төбәктәргә бара, ә Башҡортостан буйлап сәйәхәт итмәй. Быны бөтөнләй ғәҙелһеҙлек тип һанайым. Беҙҙә ҡыҙыҡлы урындар бик күп. Шуға күрә «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» программаһын дауам итәбеҙ һәм үҫтерәбеҙ», — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Программаның туристик йүнәлеше буйынса маршруттар һаны арттырылды: хәҙер 14 туроператор республика буйлап 42 тур тәҡдим итә.
«Хаҡлы ялдағыларҙың да әүҙем, ҡыҙыҡлы, бай тормош менән йәшәүе беҙҙең өсөн бик мөһим. Беҙ уларға үҙенсәлекле республикабыҙҙы күрһәтергә теләйбеҙ», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
Быйыл программа 10 мең ҡатнашыусыға иҫәпләнгән. Унда 60 йәше тулған ир-егеттәр, 55 йәште үткән, шул иҫәптән ваҡытынан алда пенсияға сыҡҡан сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар саҡырыла.
Башҡортостан буйлап йылына бер тапҡыр бушлай сәйәхәткә сығырға мөмкин. Программала ҡатнашыусы өсөн трансфер, страховка, маршрут буйынса 8-10 сәғәтлек экскурсиялар, гид-экскурсовод, медицина һәм социаль хеҙмәткәрҙәр, эсәр һыу бушлай.
Ҡатнашыу өсөн долголетие.соцтуризмрб.рф сайтында теркәлергә һәм уңайлы маршрутты, датаны һайлап, теләһә ниндәй турға яҙылырға, йәки ҡала йәки район хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.