16:37 (UTC+5), 01 Июля 2022

Башҡортостанда июль башында көндәрҙең һалҡынса булыуы көтөлә — Гидрометүҙәк етәксеһе

Фото: Ксения Калинина
Дарья Субботина

Уралда, Волга буйы федераль округында һәм илдең башҡа төбәктәрендә июль башында көндәрҙең һалҡынса булыуы көтөлә. Был хаҡта 1 июлдә Рәсәй Гидрометүҙәгенең ғилми етәксеһе Роман Вильфандтың һүҙҙәренә һылтанма менән «Известия» гәзите хәбәр итте.

«Көнсығыштараҡ, Волгала һәм Уралда, һалҡын. Европа биләмәһендә ҡеүәтле антициклон өҫтөнлөк иткән арала уның периферияһынан һалҡын һауа массалары күсә. Шуға был төбәктәрҙә температура норманан дүрт-һигеҙ градусҡа түбәнерәк. Волга буйы федераль округында, шул иҫәптән Башҡортостанда, Татарстанда температура +15...+20 градустан юғары күтәрелмй», — тип белдерҙе метеоролог.

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, ял көндәрендә республикала нормаға ярашлы йылы һауа торошо көтөлә. Һауа температураһы төндә +6, +12, көндөҙ +20, +25. Урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Киләһе аҙнаның башында, 4 июлдә, атмосфера фронтының әүҙемләшеүенә бәйле һауа торошо бер аҙ боҙола – күпселек райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы, урыны менән йәшенле ямғыр. Һауа температураһы көндөҙ +17, +22 градусҡаса түбәнәйә.

Республикала киләһе аҙнаның уртаһында ғына көндәрҙең йылыныуы көтөлә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-07-01/bashkiriyu-ozhidaet-holodnoe-nachalo-iyulya-glava-gidromettsentra-2860365

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика