16:33 (UTC+5), 24 Июня 2022

Радий Хәбиров донъялағы иң кешелекле һөнәр эйәләрен бүләкләне

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

«Табип һөнәре һәр саҡ иң кешелеклеләрҙең береһе булды, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Өфөнөң паркында уҙған «Ватан» Медиктар көнө уңайынан тантаналы сарала. – Ғалим-табиптарыбыҙҙың ҡаҙаныштары киң билдәле. Мәҫәлән, беҙҙең офтальмологтар уйлап сығарған «Аллоплант» пластик материалы, нанотитан нигеҙендә һөйәк пластикаһы өсөн инновациялы материал», – тип билдәләне республика етәксеһе.

Башҡорт дәүләт медицина университетында (БДМУ) Волга буйы федераль округындағы тәүге Робот хирургияһы үҙәге ойошторолған. Тиҙҙән БДМУ клиникаһында Клиник онкология институты асыла. Республикабыҙҙа алыҫ райондарға барыу өсөн мединститут ғалимдары ҡатнашлығында мультидисциплиналы табип бригадалары ойоштороуҙың үҙенсәлекле тәжрибәһе тупланған.

«Ошо көндәрҙә табип, медицина фәндәре докторы, медицина вузы ректоры Валентин Николаевич Павлов республикала беренселәрҙән булып «Рәсәй Фәндәр академияһы академигы» тигән юғары исемгә лайыҡ булды. Мин уны ихлас күңелдән ҡотлайым!», – тине республика етәксеһе.

Коронавирусҡа ҡаршы көрәштең тәүге көндәренән үк табиптарыбыҙ алғы сафта булды, тип билдәләне Радий Хәбиров.

25 меңдән ашыу медицина хеҙмәткәре ковид-госпиталдәрҙә һәм беренсел звенола эшләне. Республика Башлығы уларға рәхмәт белдерҙе һәм бөгөн дә, үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, хәүефле участкаларҙа эшләүҙәрен билдәләне.

Сарала ҡатнашыусылар коронавирустан вафат булған 52 медицина хеҙмәткәрен бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды. 

Бөгөн табиптарыбыҙ Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының медицина учреждениеларында эшләй. Улар 3 меңдән ашыу өлкән кешене һәм баланы ҡабул иткән. Мең диагностика тикшереү үткәрелгән, 100-ҙән ашыу операция яһалған.

Республика Башлығы медиктарға Лука Крымский миҙалдарын, Рәсәй президентының рәхмәт хаттарын һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-06-24/radiy-habirov-nagradil-samyh-gumannyh-lyudey-v-mire-2853198

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика