Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.39
+0.28
23+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июнь 2022, 09:52

Республикала 32 градус эҫе булыуы көтөлә

Ксения Калинина
Фото:Ксения Калинина

Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, алдағы өс көндә республикала йәнә йәйгесә йылы була. Шаршамбы, 22 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ+ 22, +27 градус була.

Кесаҙна, 23 июндә, төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен фаразлана. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын, көндөҙ йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +12, +17, көндөҙ +24, +29 градус.

Йома, 24 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын, көндөҙ йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +14, +19, көндөҙ +21, +26, көньяҡта +27, +32 градусҡаса күтәрелеүе мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-06-22/v-bashkirii-ozhidaetsya-32-gradusnaya-zhara-2849720

Автор:Дарья Субботина
Читайте нас: