Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.39
+0.28
23+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июнь 2022, 18:06

Өфөлә «Фронтҡа киткән яҡташтарыбыҙға бағышлана» һәйкәленә сәскәләр һалынды

Тантана Хәтер һәм ҡайғы көнөндә үтте.

Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте
Фото:Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте

22 июндә Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө билдәләнә. 81 йыл элек тап ошо көндә Бөйөк Ватан һуғышы башланған.

Өфөнөң тимер юл вокзалы алдындағы майҙанда «Фронтҡа киткән яҡташтарыбыҙға бағышлана» һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы уҙҙы.

Сарала Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының Башҡортостан буйынса баш федераль инспекторы Алексей Касьянов, Өфө ҡалаһы мэры Ратмир Мәүлиев ҡатнашты. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ағзалары, сит илдәр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм ветерандар ҙа сәскәләр һалып, ветерандарҙы, тыл хеҙмәтсәндәрен, һалдаттарҙың тол ҡатындарын һәм һуғыш балаларын иҫкә алды.

Андрей Назаров Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров исеменән ветерандарға, тыл эшсәндәренә, һалдаттарҙың тол ҡатындарына һәм һуғыш балаларына ихлас рәхмәтен белдерҙе.

«22 июнь — Тыуған илебеҙ тарихындағы иң фажиғәле даталарҙың береһе — Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн, Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө. Башҡортостандан 700 меңдән ашыу кеше фронтҡа киткән. 322 мең яҡташыбыҙ яу яландарында һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалған. Беҙҙә дошманды батырҙарса ҡыйратҡан данлы дивизиялар ойошторолған», — тине Андрей Назаров.

Андрей Назаров һүҙҙәренсә, бөгөн рәсәйҙәр, һис ҡасан булмағанса, күп милләтле халыҡтың берҙәмлегенә мохтаж. Ил 1941 йылдың 22 июне ҡабатланмаһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй.

«Был көндәрҙә Рәсәй хәрбиҙәре ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә, йәнә Украина ҡалаларын һәм ауылдарын нацизмдан азат итә. Үкенескә күрә, юғалтыуҙар бар. Геройҙарыбыҙҙың ғаиләләренә тейешле ярҙам күрһәтербеҙ. Бөгөнгө митингтың вокзал яны майҙанындағы фронтҡа киткән яҡташтарыбыҙға һәйкәл эргәһендә үтеүе символик мәғәнәгә эйә. Тап ошо тимер юл станцияһынан йөҙәр меңләгән яҡташыбыҙ «Прощание славянки» маршы  аҫтында фронтҡа юлланған, барыһы ла өйҙәренә Еңеү менән ҡайтырына ышанған», — тине Андрей Назаров.

Йола буйынса, йыйылыусылар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-06-22/v-ufe-k-pamyatniku-zemlyakam-ushedshim-na-front-posvyaschaetsya-vozlozhili-tsvety-2850790

 

Автор:Розалиә Вәлиева
Читайте нас: