11:00 (UTC+5), 22 Июня 2022

Башҡортостан мәктәптәрендә балаларға биойод менән байытылған йогурт ашата башланылар

Башҡортостан мәктәптәрендә һәм балалар баҡсаларында балаларға биойод менән байытылған йогурт менән ашата башланылар. Республика Башлығы Радий Хәбиров «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә «Һөт кухняһы»нда етештерелгән яңы продуктыхаҡында хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, был аҙыҡ республикабыҙҙың күпселек райондарында күҙәтелгән йодҡа ҡытлыҡты иҫкәртеү өсөн әҙерләнгән.

«Йогуртта йод еҫе һәм тәме юҡ, шуға күрә бала-саға рәхәтләнеп ашай. Мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында ғәҙәти йогуртты биойод менән байытылғанға алмаштыра башланыҡ. Быны Роспотребнадзор тәҡдимдәренә ярашлы эшләйбеҙ. «Һөт кухняһы»ның үҫеше тураһында яңылыҡтар бының менән генә тамамланмаҫ тип ышанам, беҙ Башҡортостан балаларын тәмле һәм файҙалы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү өҫтөндә эшләүҙе дауам итәбеҙ. Барығыҙға ла һаулыҡ!», — тип яҙҙы республика етәксеһе.

Биойод менән байытылған йогурт һатыуға ла сығарылды, тип өҫтәне Радий Хәбиров. Уны Башҡортостан район-ҡалаларындағы «Һөт кухняһы»ның 40 таратыу пунктында һатып алырға мөмкин. Үҙенсәлекле йогурт Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Октябрьскийҙа һәм Үрге Ҡыйғыла етештерелә.

«Һөт кухняһы»ның таратыу пункттары исемлеген бында ҡарағыҙ.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-06-22/v-shkolah-i-sadikah-bashkirii-detey-nachali-kormit-yogurtom-obogaschennym-bioyodom-2849860

 

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика