16:29 (UTC+5), 21 Июня 2022

Владимир Путин льготалы ғаилә ипотекаһы программаһын киңәйтергә ҡушты

Азат Ғиззәтуллин

Рәсәй президенты Владимир Путин 2023 йылдың аҙағына тиклем балаһы тыуған ғаиләләргә льготалы ставка буйынса ипотека программаһын киңәйтергә ҡушты. Дәүләт башлығының тейешле йөкләмәһе Кремль сайтында баҫылған.

Хәҙер программа 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем икенсе йәки артабанғы балаһы тыуған ғаиләләргә ҡағыла. Бындай кредитты 2023 йылдың аҙағынаса алырға мөмкин, тип хәбәр итте ТАСС.

Йылына 6 процентҡа тиклем ставка менән ғаилә ипотекаһы программаһы 2018 йылдың башында эшләй башланы. Ул яңы төҙөлгән йортта фатир алырға, шәхси йорт һалырға һәм ер участкаһы һатып алырға, шулай уҡ беренсел баҙарҙағы торлаҡҡа ипотеканы рефинансларға мөмкинлек бирә. Мәскәү, Санкт-Петербург, Мәскәү һәм Ленинград өлкәләре өсөн дәүләт программаһы буйынса кредиттың максималь суммаһы 12 миллион һум булһа, башҡа төбәктәр өсөн иһә 6 миллион һум. Беренсе иғәнә фатир хаҡынан 15 проценттан да кәм булмаҫҡа тейеш. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-06-21/vladimir-putin-poruchil-rasshirit-programmu-lgotnoy-semeynoy-ipoteki-2848787

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика