Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.89
-0.02
91.12
-0.38
70.69
+2.05
21+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июнь 2022, 11:18

Махачкалала Өфөнән тәүге рейсты тантаналы рәүештә ҡаршы алдылар

Дағстандың баш ҡалаһы Махачкала аэропортында Өфөнән тәүге тура рейсты ҡаршы алдылар.

Өфө аэропортының телеграм-каналында хәбәр итеүҙәренсә, трап һауа шарҙары менән биҙәлгән, пассажирҙарҙы урындағы журналистарҙың ижади төркөмө ҡаршы алған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, осоштарҙы 20 июндән аҙнаһына ике тапҡыр, дүшәмбе һәм кесаҙна көндәрендә, Nordwind Airlines авиакомпанияһының Boeing 737-800 һәм Аirbus A321 neo самолеттары башҡара.

Юлға 2 сәғәт 40 минут ваҡыт китә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-06-20/v-mahachkale-torzhestvenno-vstretili-pervyy-reys-iz-ufy-2848385

Автор:Розалиә Вәлиева
Читайте нас: