14:30 (UTC+5), 21 Июня 2022

Республикала Медиктар көнө һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең парады менән билдәләнә

Фото: Олег Яровиков
Альмира Давлетбаева

24 июндә Башҡортостанда Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Был көндө Өфөлә 300-ҙән ашыу медицина хеҙмәткәрен федераль һәм төбәк наградалары (Лука Крымский миҙалы, Рәсәй Президентының рәхмәт хаты, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре, Башҡортостан Башлығының почет грамотаһы, Башҡортостан Башлығының рәхмәт хаты һәм башҡалар) менән бүләкләү тантанаһы була.

Медицина хеҙмәткәрҙәрен тантаналы рәүештә ҡотлау иртәнге сәғәт 10-да башлана һәм бер үк ваҡытта алты майҙансыҡта үткәрелә:

- «Торатау» конгресс-холы;

- Опера һәм балет театры, 2 зал;

- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай залы;

- Башҡорт дәүләт медицина университетының корпусы залы;

- Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының конференциялар залы.

Көндөҙгө сәғәт 12-се 30 минутта Башҡорт драма театры алдындағы майҙанда медицина ойошмаларының ижади коллективтары ойошторған концерт була.

Сәғәт 1 тула 10 минутта медицина хеҙмәткәрҙәренең парады башлана. Медицина ойошмаларының символикаһын һәм флагтарын тотҡан колонна Зәки Вәлиди урамынан «Торатау» конгресс-холына тиклем бара.

Парад тамамланғас, көндөҙгө сәғәт 2-лә, «Ватан» паркында ҡунаҡтарҙы Башҡортостан йондоҙҙарынан байрам концерты һәм дәүләт наградалары менән бүләкләү көтә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-06-21/v-bashkirii-den-medikov-otmetyat-paradom-rabotnikov-zdravoohraneniya-2848943

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика