15:22 (UTC+5), 21 Июня 2022

Башҡортостан – Мәскәү һәм Питер менән бергә Рәсәй Президенты гранттары конкурсы еңеүселәре исемлегендә

Азат Ғиззәтуллин

Башҡортостан Мәскәү һәм Санкт-Петербург менән бергә Рәсәй Президенты гранттары конкурсы еңеүселәре исемлеген етәкләй. Ике баш ҡаланан тыш, республикабыҙҙың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары 148 грант отто һәм 160 миллион һумға яҡын аҡса алды, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

«Президент гранттары фонды конкурсында беҙ һәр саҡ ҙур сумма отабыҙ, әммә быйыл  айырыуса ныҡ тырыштыҡ. Дөйөм алғанда, республиканан 1097 заявка тапшырылғайны. Уларҙың һәр етенсеһе финанслау алды. Араларында «Йәш этнополитолог мәктәбе» кеүек ҡиммәтле (7,9 миллион һум) һәм бюджет проекттары бар, мәҫәлән, «Әсә һәм бала. Мәктәпкә әҙерлек сиктәрендә ҡоро ерҙә һәм һыуҙа дәрестәр ярҙамында 6-7 йәшлек балаларҙа сколиозды иҫкәртеү (195 мең һум)», — тип яҙҙы республика етәксеһе.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, быйыл, Өфөнән тыш, Ғафури районы һәм Сибай үҙенең сифатлы проекттары менән ҡыуандырҙы.

«Әле кемдәр федераль грант конкурстарында үҙ көсөн һынап ҡарамаған, уларға Президентские гранты.рф сайтын өйрәнергә кәңәш бирәм. Йәмғиәт өсөн изге һәм файҙалы эштәр өсөн аҡса һорарға оялмағыҙ – фондтар шуның өсөн кәрәк тә инде. Сентябрҙә йәнә ғариза тапшырыу кампанияһы асыла. Шуға күрә тәүәккәл булығыҙ», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-06-21/bashkiriya-vmeste-s-moskvoy-i-piterom-vozglavila-spisok-pobediteley-konkursa-grantov-prezidenta-rossii-2848793

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика