16:33 (UTC+5), 20 Июня 2022

Өфө мәктәбенең кадет класына Дмитрий Платоновтың исеме бирелде

Фото: Олег Галиндың ТГ-каналы
Альмира Давлетбаева

Өфөнөң 130-сы мәктәбенең диңгеҙ пехотаһының кадет класына Украинала махсус операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Батырлыҡ ордены кавалеры Дмитрий Платоновтың исеме бирелде.

Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт күҙәтеү комиссиялары советы рәйесе Олег Галин үҙенең телеграм-каналында хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, Дмитрий Платонов менән улар шәхсән таныш булған.

«Витязь-юниор» хәрби-патриотик кадет үҙәге хәрби-диңгеҙ йүнәлешле булһа ла (ә Дима Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итте), батырлыҡ күрһәткән яҡташыбыҙ хөрмәтенә 130-сы мәктәптең диңгеҙ пехотаһының кадет класына уның героик исеме бирелде. Геройға дан!» — тип яҙҙы Олег Галин.

Йәмәғәт күҙәтеү комиссиялары рәйесе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы вице-спикеры Рөстәм Ишмөхәмәтовҡа башланғыс әүҙем булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-06-20/kadetskomu-klassu-odnoy-iz-shkol-ufy-prisvoeno-imya-dmitriya-platonova-2847922

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика