Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.32
+0.25
100.28
+0.34
87.26
-0.03
19+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июнь 2022, 10:06

Республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен һәм боҙ-борсаҡ көтөлә

Ксения Калинина
Фото:Ксения Калинина

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, дүшәмбе, 20 июндә, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы, төньяҡ-көнбайышта урыны менән көслө ямғыр яуыуы ихтимал. Айырым райондарҙа йәшен, көндөҙ боҙ-борсаҡ. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙгө сәғәттәрҙә +17, +22 градус була.

Шишәмбе, 21 июндә, төндә республикала, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, көндөҙ боҙ-борсаҡ. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Температура төндә +9, +14, көндөҙ +17, +22 градус.

Шаршамбы, 22 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә +8, +13, көндөҙ +21, +26 градус йылы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-06-20/v-bashkirii-prognoziruyutsya-kratkovremennye-dozhdi-grozy-i-grad-2846970

Автор:Дарья Субботина
Читайте нас: