10:15 (UTC+5), 20 Мая 2022

Өфөлә Һуңғы ҡыңғырау байрамы яңы майҙансыҡта була

Фото: Олег Яровиков
Альмира Давлетбаева

Уҡыу йылы тамамланған көндә сығарылыш класы уҡыусылары өсөн Һуңғы ҡыңғырау байрамы ойошторола. Был көндә уҡыусылар символик рәүештә мәктәп менән хушлаша, ә алда мөһим имтихандар, онотолмаҫ сығарылыш кисәһе көтә.

Быйыл 25 майҙа Өфөнөң 119 дөйөм белем биреү ойошмаларының 4 853 ун беренсе класс уҡыусыһы өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғырай. Байрам Өфө ҡалаһы хакимиәте башланғысы менән үткәрелә, тип хәбәр итте мэрияның матбуғат хеҙмәте.

«Торатау» конгресс-холының түбәнге майҙансығында көндөҙгө сәғәт 2-лә мәктәп тамамлаусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр өсөн ҡала байрамы башлана. Программала – вальс бейеү, бейеү флешмобы, баш ҡала мәктәптәре уҡытыусылары хоры, уҡыусыларҙың ижади номерҙары һәм ата-әсәләрҙең ҡотлауы.

26 майҙа уҡ ун беренселәр берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра башлай, һынауҙар 2 июлгә тиклем дауам итә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-05-19/gorodskoy-posledniy-zvonok-proydet-na-novoy-ploschadke-2810860

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика