Башҡортостан Башлығы 2022 йылда «Һабантуй» халыҡ байрамын уҙғарыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, республика хөкүмәтенә муниципаль райондар һәм ҡала округтары менән берлектә Башҡортостан Башлығының «Яңы коронавирус инфекцияһы (COVID-2019) таралыу хәүефенә бәйле «Юғары әҙерлек» режимын индереү тураһында» указы менән билдәләнгән үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен үтәп, халыҡ байрамын ойошторорға кәрәк.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына байрам үткәрелгән урынларҙа медицина хеҙмәткәрҙәренең дежурлығын ойоштороу бурысы йөкмәтелде.
Эске эштәр министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы байрам сараларында йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген һәм янғын хәүефһеҙлеге сараларын бойомға ашырыуҙы тәьмин итергә тейеш.
Радий Хәбиров үҙенең указында һабантуйҙар уҙғарыу графигын да раҫланы.
Тәүге һабантуй 27 майҙа — Йылайыр районында, ә һуңғылары 18 июндә Бәләбәй, Бүздәк, Борай, Ҡариҙел, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Шаран райондарында һәм Межгорьела ойошторола.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.