Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.45
-0.25
91.48
+0.27
61.13
-0.36
-10 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Май 2022, 15:52

Лагерҙарҙа күмәк саралар һәм ата-әсә көндәре рөхсәт ителәме — Роспотребнадзор

Быйыл да йәйге миҙгелдә балалар лагерҙарында күмәк саралар һәм ата-әсә көндәрен уҙғарыу тыйыла.

Был турала «Честно говоря» тапшырыуында Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығының балалар һәм үҫмерҙәр гигиенаһын күҙәтеү бүлеге етәксеһе Римма Әхмәтшина белдерҙе.

«Ата-әсәләр балалары менән лагерь етәкселеге билдәләгән регламент буйынса махсус урында ғына осрашырға мөмкин», — тине ул.

Балалар һауыҡтырыу учреждениелары хеҙмәткәрҙәре өсөн дә махсус талаптар ғәмәлдә ҡала, уларға смена асылырҙан ике көн алда ковидҡа тикшерелергә кәрәк.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-05-12/v-rospotrebnadzore-rb-rasskazali-razreshat-li-massovye-meropriyatiya-i-roditelskie-dni-v-lageryah-2801193

Автор: Иван Вавилов
Читайте нас