
Бөгөн, 12 майҙа, Өфөлә Украиналағы махсус операцияла хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Олег Шурыгин менән хушлаштылар. Геройҙы һуңғы юлға оҙатырға туғандары, яҡындары, хеҙмәттәштәре, дуҫтары йыйылды. Ғаиләнең ҡайғыһын уртаҡлашырға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та килде.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән Украина биләмәһендәге махсус операция барышында күрһәткән ҡыйыулығы һәм героизмы өсөн өлкән прапорщик Олег Шурыгин үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән.
Башҡортостан Башлығы геройҙың тол ҡатынына Шайморатов орденын да тапшырҙы. Олег был наградаға үҙе үлгәс лайыҡ булған.
Өлкән прапорщик Олег Игоревич Шурыгин 1988 йылдың 6 октябрендә Саха (Яҡутстан) Республикаһының Нерюнгри ҡалаһында тыуған, 2006 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырылған. Хеҙмәттәштәре һүҙҙәренсә, Олег изге күңелле, ярҙамсыл булған. Ирекмәнлек эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән, «Лиза Алерт» эҙләү-ҡотҡарыу отрядына ярҙам иткән. 2011 йылда ғаилә ҡорған, ике ҡыҙы бар.
Олег Шурыгин ғаиләһе менән Өфө районында йәшәгән.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.