
«Беҙҙең «Шүлгәнташ» музей комплексына тәүгеләрҙән булып Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Сергеев Александр Михайловичтың килеүе символик мәғәнәгә эйә. Музей бик ҡыҙыҡлы, экспозициялары сағыу, тәрән ғилми йөкмәткеле. Беҙгә ҡайһы бер эштәрҙе тамамларға ғына ҡалды, уны июнь уртаһында асырға йыйынабыҙ.
Музейҙа 7 тематик блок — «Таймлайн», «Медиазал», «Ҡаяға төшөрөлгән рәсемдәр», «Археология», «Тәбиғи-фәнни», «Һаҡлау», «Урал батыр эпосы». Музейҙың төп экспонаты — мәмерйә диуарына төшөрөлгән боронғо һүрәттәрҙең репродукциялар йыйынтығы. Уны махсус заказ буйынса француз ғалимдары әҙерләгән.
Был урынға туристарҙы йәлеп итеү беҙҙең өсөн ныҡ мөһим. Бында ғалимдар килеп, тикшеренеүҙәр үткәрһен өсөн фәнни үҙәк ойошторола. Симфоник оркестрҙың концерттарын көтәм. Бында тормош ҡайнап торорға тейеш.
Былтыр «Шүлгәнташ»ҡа юлды төҙөкләндерҙек, быйыл мобиль элемтә мәсьәләһен хәл иттек. Газ үткәрергә ҡалды, һуңынан һәйбәт отель төҙөрбөҙ. Яйлап Бөрйән районында тағы бер күркәм урын барлыҡҡа килер», — тип яҙҙы республика Башлығы.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.