10:45 (UTC+5), 27 Апреля 2022

Башҡортостанда ете баланың ата-әсәһенә ҡаһарманлыҡ өсөн миҙал һәм 100 мең һум аҡса тапшырыла

Иван Вавилов

Башҡортостанда ете һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалын алырға мөмкин. Республиканың Дәүләт Йыйылышы депутаттары «Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәре тураһында» законға тейешле үҙгәрештәр индерергә йыйына.

«Бүләкләнеүселәр иҫәбендә — ете һәм унан күберәк балаларҙың ата-әсәләре, шулай уҡ опекундар һәм попечителдәр, шул иҫәптән ете һәм унан күберәк етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы тәрбиәгә алған ғаиләләр, патронат тәрбиәселәр. Башҡортостанда «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы 2014 йылда булдырылды. Урындағы үҙидара органдары тәҡдиме менән йыл һайын республикабыҙҙа ун ғаилә ошо юғары наградаға лайыҡ була. Сәләмәт һәм әүҙем тормош алып барған, спорт һәм ижад менән шөғөлләнгән, үҙ өлгөһөндә йәмғиәттә традицион ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға булышлыҡ иткән ғаиләләр», — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.

«Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләнеүселәр 100 мең һум премия бирелә. Премияға һалым һалынмай, ул тулы күләмдә түләнә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-04-27/roditeli-semeryh-detey-v-bashkirii-poluchat-medal-za-doblest-i-100-tysyach-rubley-2785706

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика