13:27 (UTC+5), 21 Февраля 2022

«Иң яратҡан һәм мөһим байрамдарҙың береһе»: Радий Хәбиров 23 февралде лайыҡлы билдәләргә ҡушты

Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков
Иван Вавилов

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Ватанды һаҡлаусылар көнөн байрам итеү хаҡында һөйләне.

«Ике көндән иң яратҡан һәм мөһим байрамдарыбыҙҙың береһе — Ватанды һаҡлаусылар көнө. Һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҡәҙерле ирҙәренә бүләктәр һатып алғандыр инде, моғайын. Бөтә муниципалитеттарҙан саралар үткәреүҙәрен һорайым. Белеүегеҙсә, йоманан QR-кодтарға ҡағылышлы сикләүҙәр ғәмәлдән сығарылды. 23 февралдә республика саралары — сәскә һалыу, тантаналы ултырыш, бай программа була», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Шулай уҡ ул республиканың район хакимиәттәре башлыҡтарына хәрби хәрәкәттәр ветерандарын һәм хәрби конфликттарҙа һәләк булғандарҙың ғаиләләрен ҡотларға ҡушты.

«Хөрмәтле коллегалар, муниципалитет башлыҡтары, әлбиттә, яугирҙар һәм отставкалағы офицерҙар, хәрби хәрәкәттәрҙә зыян күргән хәрбиҙәр, хәрби хеҙмәт инвалидтарының һәм башҡаларҙың иғтибарҙан ситтә ҡалмауы мөһим. Бына шуға иғтибар итеүегеҙҙе һорайым. Әлбиттә, һәр муниципалитет, һәр башлыҡ улдары Чечен һуғышында йәки Афған һуғышында, йә иһә башҡа ҡораллы конфликттарҙа һәләк булғандар ата-әсәләрҙе йөрөп сығырға мөмкин», — тине Радий Хәбиров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика