
Өфөлә 44-се һәм 162-се полилингваль күп профилле мәктәптәр 1-се республика полилингваль күп профилле гимназияһы һәм 2-се «СМАРТ» республика полилингваль күп профилле гимназияһы тип үҙгәртелде.
Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығында белдереүҙәренсә, ошо дөйөм белем биреү учреждениелары муниципаль милектән дәүләттекенә күсерелгән, хәҙер улар Башҡортостан Мәғариф министрлығы ҡарамағында.
Әлеге муниципаль мәктәптәрҙе дәүләт милкенә күсереү Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән раҫланған республикала полилингваль күп профилле мәктәптәр асыу буйынса «юл картаһы»нда ҡаралған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда полилингваль күп профилле мәктәптәр селтәре 2019 йылда республика Башлығы Указына ярашлы ойошторола башланы. Уларҙың дүртәүһе 2019-2021 йылдарҙа Өфөлә (44-се һәм 162-се мәктәптәр), шулай уҡ Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама ҡалаларында асылды. 2024 йылға республикала 14 полилингваль мәктәп үҙ ишектәрен асырға тейеш.
Республика полилингваль күп профилле гимназияларҙың уставтарына ярашлы, уҡытыу һәм тәрбиә биреү рус, башҡорт, инглиз телдәрендә алып барыла. Гимназияларҙың төп үҙенсәлеге — билингваль һәм полилингваль белем биреү.
https://www.bashinform.ru/news/social/2022-01-20/shkoly-44-i-162-goroda-ufy-pereimenovany-v-respublikanskie-polilingvalnye-gimnazii-1-i-2-2661354
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.