11:14 (UTC+5), 20 Января 2022

«Айыҡ ауыл» республика конкурсында 1537 ауыл ҡатнашты

Альмира Давлетбаева

2021 йылда республика конкурсында 1537 ауыл ҡатнашты. Был хаҡта «2021 йылдың айыҡ ауылы» республика конкурсын ойоштороу комитетының сираттағы ултырышында иғлан ителде.

Баймаҡ районы алдынғылыҡты бирмәй — был юлы конкурста 89 ауыл ҡатнаша. Билдәле булыуынса, район халҡы уҙған йылдарҙағы конкурстарҙа ла призлы урындар яуланы. Ҡалтасы, Ауырғазы, Дәүләкән, Стәрлетамаҡ, Шишмә райондарында ҡатнашыусылар күп.

Конкурстың муниципаль этабын үткәреү буйынса саралар планы ғәмәлгә ашырылды. Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, сәләмәт һәм айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән бик күп саралар, шул иҫәптән төрлө тематик мәсьәләләр буйынса ҡыҙыу линиялар, бушлай юридик консультациялар көнө, халыҡты эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү өлкәһендә хеҙмәттәр күрһәтеү һәм эшкә урынлашыу мәсьәләләре буйынса халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре белгестәре менән онлайн-консультациялар үткәрелде.

«1 февралдә конкурстың республика этабы башлана, уның сиктәрендә балалар һәм үҫмерҙәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу өсөн «Ныҡ бул» социаль роликтар, вайндар, плакаттар конкурсы иғлан ителә, — тип белдерҙеләр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хемәтендә. — Тиҙҙән республика ауылдарында йәшәүселәр өсөн ышаныс телефоны буйынса бушлай аноним наркология ярҙамын күрһәтеү мәсьәләһе хәл ителергә тейеш».

Уҙған йылдарҙағы кеүек үк, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының күсмә сәләмәтлек үҙәктәре «2021 йылдың айыҡ ауылы» конкурсының республика этабында ҡатнашҡан ауылдарға бара.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-01-19/uchastnikami-respublikanskogo-konkursa-trezvoe-selo-stali-1537-syol-bashkortostana-2660980

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика