17:20 (UTC+5), 19 Января 2022

Башҡортостанда һәр уҡыусының һәм уҡытыусының электрон профиле булдырыла

Бөгөн онлайн-форматта уҙғарылған «Һанлы сәғәт»тә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәғариф өлкәһен электрон үҙгәртеү мәсьәләләрен тикшерҙе. Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин билдәләүенсә, республика халҡы өсөн бөтә хеҙмәттәр ҙә тиерлек электрон форматҡа күсерелде.

«Балалар баҡсаһына, артабан беренсе класҡа электрон яҙылыу, электрон көндәлек һәм журнал алып барыу, шулай уҡ ялға мохтаж балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе иҫәпкә алыу системаһы – быларҙың барыһын да ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм уҡыусылар әүҙем файҙалана, – тине Геннадий Разумикин. – Уҡытыусылар көн дә ҡабатланған көндәлек эштән азат ителде, отчеттарҙың яҡынса 70 проценты автоматик рәүештә башҡарыла».

Республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Илдар Мәүлитбирҙин әйтеүенсә, һәр уҡыусының һәм уҡытыусының электрон профилен булдырыу өҫтөндә эш алып барыла.  

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәғариф һәм фән министрлығына Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы менән берлектә «Алға» мәктәп картаһын яңы функционал менән эшләп бөтөрөргә ҡушты.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-01-19/v-bashkirii-sozdayut-elektronnyy-profil-kazhdogo-shkolnika-i-pedagoga-2660736

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика