
Радий Хәбиров бөгөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Мәғлүмәт агентлығы ветерандарының береһе, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығының генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Дилә Сәғитова, баш мөхәррирҙең махсус проекттар буйынса урынбаҫары Станислав Шахов һәм махсус хәбәрсе Азат Ғиззәтуллин, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының электрон киң мәғлүмәт саралары секторы мөдире Светлана Иҫәнғолова, электрон киң мәғлүмәт саралары бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты Марина Луговая Башҡортостандың Почет грамотаһына лайыҡ булды.
Радий Хәбиров «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдиновҡа һәм «Ижтимағи электрон гәзит» редакцияһының баш мөхәррире урынбаҫары Снежана Латиповаға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемдәр тапшырҙы.
«Башинформ»дың бильд-мөхәррире Татьяна Кадыкова, махсус хәбәрсе Ксения Калинина, хәбәрселәр Ольга Мортазина һәм Галина Пантюхина, ойоштороу-кадрҙар бүлеге етәксеһе Елена Хәзиева Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Алик Шакиров бүләкләнгәндәр исеменән рәхмәт һүҙе менән сығыш яһаны һәм агентлыҡта эштең ҡыҙыҡлы, бай йөкмәткеле генә түгел, яуаплы ла булыуын билдәләне.
«Башинформ» яҙған икән, тимәк, мәғлүмәттәр дөрөҫ, бөтә һандар һәм факттар теүәл, тикшереп торорға кәрәкмәй, ҡыйыу рәүештә файҙаланырға мөмкин. «Башинформ» журналисы донъяла, илдә һәм республикала барған хәл-ваҡиғалар тураһында хәбәрҙар, яҡшы репортер һәм башҡа һөнәри сифаттарға эйә булырға тейеш. Журналистарыбыҙ бөтә ошо талаптарға яуап бирергә тырыша», — тине Шакиров.
https://www.bashinform.ru/news/social/2022-01-17/radiy-habirov-vruchil-zhurnalistam-bashinforma-gosudarstvennye-nagrady-bashkortostana-2657163
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.