

Өфө аэропортынан Мәскәүгә яңы рейс асылды. 17 ғинуарҙан уны «ИрАэро» авиакомпанияһы башҡара башлай. Бының өсөн 156 пассажир һыйҙырышлы Airbus A319 самолеттары файҙаланыла. Юлға ике сәғәт самаһы ваҡыт китә.
«Өфө» халыҡ-ара аэропортының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, тәүлегенә Башҡортостандың баш ҡалаһынан Мәскәүгә бөтәһе 13 рейс башҡарыла.
«Азимут» авиакомпанияһы Дондағы Ростов - Волгоград - Өфө даими рейсын асты. Осоштар 18 ғинуарҙа 100 пассажир һыйҙырышлы Sukhoi Superjet 100 самолетында башлана.
2021 йылдың аҙағына тиклем Өфөнән Волгоградҡа осоштарҙы Utair авиакомпанияһы башҡарҙы. Хәҙер был рейстар туҡтатылған.
https://www.bashinform.ru/news/social/2022-01-14/iz-ufy-otkryli-novye-pryamye-reysy-v-moskvu-i-volgograd-2654646
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.