Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.09
+0.11
83.76
+0.28
78.69
+0.09
5+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ғинуар 2022, 14:31

Р-240 трассаһында автобустар, таксиҙар һәм йөк машиналары өсөн хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде

Башҡортостанда Р-240 автомобиль юлы участкаһында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде.

Урындағы ваҡыт менән көндөҙгө 2-се 30 минуттан Булгаков ауылынан Рощинскийға хәтлем пассажир автобустары, маршрут, еңел таксиҙар, йөк транспорты өсөн сикләү ғәмәлгә индерелде.

Был һауа торошоноң боҙолоуы (көслө ел, һепертмә буран, ныҡ итеп ҡар яуыуы, күреү мөмкинлегенең сикләнеүе) менән бәйле.

Хәрәкәтте сикләү бөгөн көндөҙгө сәғәт 3-кә тиклем ғәмәлдә була.

Әлеге ваҡытта юл хеҙмәттәре белгестәре алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш бирә.

Был участкала 18 берәмек юл техникаһы эшләй.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-01-14/v-bashkirii-na-trasse-r-240-vremenno-ogranichili-dvizhenie-dlya-avtobusov-taksi-i-gruzovikov-2654278

Автор:Розалиә Вәлиева
Читайте нас в