Башгидрометүҙәк синоптиктары Иҫке Яңы йылға һауа торошон хәбәр итте. Ғәҙәттәгесә, байрам Рәсәйҙә 13 ғинуарҙан 14-нә ҡарай төндә билдәләнә. Был төндә республиканың көньяҡ-көнсығышында -20 градусҡаса һалҡынайтыуы көтөлә.
14 ғинуарҙа көндөҙ термометр бағанаһы -10, -15 градусҡа тиклем күтәрелә.
Башгидрометүҙәк белгестәре һүҙҙәренсә, ике көн буйына ҡар яуыуы, буран сығыуы һәм юлдарҙы көрт баҫыуы көтөлә.
https://www.bashinform.ru/news/social/2022-01-11/opublikovan-prognoz-pogody-v-bashkirii-na-staryy-novyy-god-2650792