13:32 (UTC+5), 12 Января 2022

Күгәрсен районы башлығы отставкаға китә

Фото: социаль селтәрҙәр
Альмира Давлетбаева

Күгәрсен районы башлығы Ғайса Янбаевҡа уҙған йылдың авгусында сығарылған хөкөм ҡарары үҙ көсөндә ҡалдырылды. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

«Башҡортостан Юғары судының енәйәт эштәре буйынса коллегияһы Совет район судының 2021 йылдың 31 авгусындағы Ғайса Янбаевҡа ҡарата хөкөм ҡарарын үҙгәртмәне, адвокаттарҙың апелляция ялыуы һәм прокурорҙың апелляция күрһәтмәһе ҡәнәғәтләндерелмәне», —  тип белдерҙеләр ведомствола.

Район башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә шуға бәйле яҙма ҡалдырҙы.

«Бөгөн мин отставкаға китәм. Кисә, 11 ғинуарҙа, республиканың Юғары суды миңә ҡарата ғәйепләү ҡарарын үҙ көсөндә ҡалдырҙы. Суд ҡарары менән бөтөнләй риза түгелмен, шуға күрә уға ялыу бирәм, артабанғы суд инстанцияларында дөрөҫлөк һәм намыҫлы исемем өсөн көрәшемде дауам итәм. Мин Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа, уның командаһына ярҙамдары һәм аңлауҙары өсөн рәхмәтлемен! Әлбиттә, яҡташтарыма, Күгәрсен районы халҡына, ышаныс күрһәткән өсөн рәхмәт белдерәм. Район башлығы булып эшләгән осорҙа күп яҡшы эштәр башҡарылды. Мин һәр ваҡыт ғәҙел, район халҡы мәнфәғәте өсөн эшләнем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, нимәнелер эшләп өлгөрмәнем. Шуға ҡарамаҫтан, муниципалитетты артабан үҫтереү буйынса планлаштырылған эш дауам итер тип ышанам. Район хакимиәтендә көслө команда эшләй, улар артабан да республика етәкселеге менән билдәләнгән пландарҙы һәм бурыстарҙы тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнер. Әммә иң мөһиме – районыбыҙҙа уңған, изге күңелле, яуаплы кешеләр йәшәй һәм эшләй! Барығыҙға ла изгелек, һаулыҡ һәм именлек теләйем!», — тине ул.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-01-12/glava-kugarchinskogo-rayona-bashkirii-uhodit-v-otstavku-2651393

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика