15:22 (UTC+5), 10 Января 2022

11 ғинуарҙан республикала мәҙәниәт һәм спорт учреждениеларында, сауҙа үҙәктәрендә һәм транспортта COVID-тикшереүҙәр башлана

Фото: Ксения Калинина

10 ғинуарҙа Башҡортостан хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль объекттарҙа, атап әйткәндә, фитнес-клубтарҙа, спорт һәм мәҙәниәт учреждениеларында, сауҙа үҙәктәрендә, шулай уҡ транспортта тикшереү буласағын хәбәр итте. Рейдтар 11 ғинуарҙа уҡ башлана.

«Әүҙемлек күрһәтеүегеҙҙе һорайым. Был осорҙа беҙ артыҡ баҫым яһаманыҡ. Ләкин баш санитар табиптың кәңәштәрен, ағымдағы хәлде иҫәпкә алып, йәнә халыҡты ҡуҙғата башларға тейешбеҙ. Улар фитнес-клубтарға, мәҙәниәт учреждениеларына бара. Вакцина яһатмағандарға ҡаршы кәртәләр булдырырға кәрәк. Кешеләр прививка эшләтергә бурыслы, — тине ул. — Байрамдарҙан һуң халыҡ сауҙа үҙәктәренә йөрөй башлай, шуға унда барлыҡ санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр үтәлергә тейеш. Улар барыһына ла аңлайышлы һәм билдәле».

Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына үҙ биләмәләрендә тикшереүҙәр үткәрергә ҡушты.

«Коронавирус бер ҡайҙа ла китмәне. Сирлеләрҙең кәмеүенә иғтибар итергә кәрәкмәй. Юҡ, көрәш тамамланмаған әле. Бөтәһе лә арыны, кешеләр беҙҙең даими талаптарҙан арыны. Халыҡты ышандырырға, эшләргә, һаулыҡ һаҡлау системаһын көр кәйефтә тоторға кәрәк», — тип өҫтәне Башҡортостан Башлығы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-01-10/v-bashkirii-s-11-yanvarya-nachnutsya-covid-proverki-v-uchrezhdeniyah-kultury-i-sporta-tts-i-na-transporte-2648784

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика