
Тиҙҙән Башҡортостанға 12-18 йәшлек үҫмерҙәр өсөн «Спутник М» вакцинаһы килтерелә, тип хәбәр итте хөкүмәт вице-премьеры — һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы ултырышында.
Алдан хәбәр ителгәнсә, йыл аҙағында уҡ Рәсәйҙә үҫмерҙәргә прививка яһау башлана.
Үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән «Спутник М» препараты «Спутник V» вакцинаһы нигеҙендә эшләнгән, шулай уҡ ике компоненттан тора. Икенсеһен 21 көндән һуң яһатырға кәрәк. 15 йәшкә тиклемге балаларға прививка ата-әсәләрҙең йәки бәлиғ булмағандарҙың законлы вәкилдәренең ризалығы, балаға 15 йәш тулһа, уның үҙ ризалығы менән эшләнә.
Максим Забелин республикала өлкән йәштәгеләрҙе прививкалауҙың план күрһәткесе тураһында ла әйтте. Ул 80% — 2 484 667 кеше тәшкил итә. Республикаға Рәсәйҙә теркәлгән 2,74 миллион дозанан ашыу вакцина килтерелгән, тип хәбәр итте вице-премьер.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.