
Өфө хакимиәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы етәксеһе Шамил Абдраҡов баш ҡаланың ике майҙанында — «Моторҙар эшләүселәр» мәҙәниәт һарайы алдында һәм Ленин исемендәге майҙанда байрам салюты буласағын әйтте.
«Киске сәғәт 11-се яртынан төнгө 3-сө яртыға тиклем эстрада-күңел асыу программаһы ойошторола. Рус драма театры алдында йондоҙҙар һәм ижади коллективтар сығыш яһай. Салют төнгө 2-лә була», - тине Шамил Абдраҡов.
Өфөлә байрам саралары, бөтә санитар-эпидемиологик хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәп, 22 декабрҙә башлана һәм 15 ғинуарғаса дауам итә. Ҡала Советында һәм «Торатау» конгресс-холы янындағы майҙанда баш ҡаланың төп шыршыларын рәсми асыу планлаштырыла. Ә яңы төҙөлгән яр буйында һырғалаҡ асыла. 23 декабрҙә бында Ҡыш бабайҙар парады була. 2-10 ғинуарҙа киске сәғәт 5-тә Ленин һәм Салауат Юлаев майҙандарында, яр буйында ғаилә байрамдары ойошторола.
Баш ҡаланың коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы етәксеһе Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, Яңы 2022 йыл алдынан сағыу иллюминация киске сәғәт 5-тән төнгө 1-гә һәм таңғы 6-нан иртәнге 9-ға, ә яңы йыл байрамдарында киске 5-тән иртәнге 9-ға тиклем эшләй.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.