Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Декабрь 2021, 14:46

Радий Хәбиров Минскиҙа Еңеү монументына сәскәләр һалды

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Фото:Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Минскиҙа Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алыу өсөн Еңеү монументына сәскәләр һалды. Был хаҡта бөгөн, 7 декабрҙә, республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Сәскә һалғандан һуң Хәбиров Белоруссияның баш ҡалаһына сәфәрҙең маҡсаты хаҡында һөйләне.

«Беҙ Башҡортостандың 40-ҡа яҡын предприятиеһының етәкселәрен алып килдек. Белоруссия менән тығыҙ сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Ошо илдең иҡтисады менән ныҡ ҡыҙыҡһынабыҙ, Башҡортостан иҡтисады ла уларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Белоруссия менән машиналар эшләү, ауыл хужалығы өлкәһендә оҙайлы мөнәсәбәттәр булдырылған. Беҙ сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәребеҙҙе үҫтерергә һәм нығытырға, мәҙәни тәжрибә менән алмашырға килдек, – тине республика етәксеһе. – Бынан тыш, Башҡортостан менән Белоруссияның тарихы, тамырҙары уртаҡ. Рәсәй Наполеондың һөжүменә ҡаршы торған ваҡытта нәҡ ошо ерҙә Башҡортостандың бик күп яугирҙәре һәләк булған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла яҡташтарыбыҙ ошонда башын һалған. Башҡортостанда үҙ мәҙәниәтен һаҡлап ҡалған ҙур белорус диаспораһы йәшәй. Шулай итеп, халыҡтарыбыҙҙы йылы, изге мөнәсәбәттәр бәйләй»,  — тип хәбәр итте ул.

Республика Башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Еңеү монументы 1954 йылда Икенсе донъя һуғышында ҡатнашҡан Ҡыҙыл Армия һалдаттарының һәм партизандарҙың ҡаһарманлығы иҫтәлегенә ҡуйылған, ә 1961 йылдың июлендә обелиск янында Мәңгелек ут ҡабыҙылған.

Читайте нас: