Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.47
+0.57
20+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Декабрь 2021, 11:43

15 декабргә тиклем Өфө урамдарында «ПАЗ» автобустары ҡалмаҫҡа тейеш — мэрия

Олег Яровиков
Фото:Олег Яровиков

15 декабргә тиклем бөтә «ПАЗиктар» Өфөнөң транспорт селтәренән алынырға тейеш. Был турала ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә транспорт һәм элемтә идаралығы начальнигы Олег Хмарин белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, ҡалала пассажирҙар автопаркын яңыртыу буйынса планға ярашлы эш алып барыла. Октябрь башында Өфөлә 235 «ПАЗик» йөрөһә, хәҙер улар 150 генә ҡалған.  

Яҡын арала Мәскәүҙән 50 яңы автобустар килтереү көтөлә, тип өҫтәне Олег Хмарин. Ағымдағы йылда баш ҡала маршруттарында «Башавтотранс»тың 220 ҙур һәм урта класлы автобустары йөрөй башланы.  

Уның һүҙҙәренсә, төп бурыс — йәмәғәт транспорты ваҡытында йөрөһөн, өфөләр өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы булһын. Шуға бәйле ҡала пассажирҙар транспортын үҫтереүгә йүнәлтелгән бер нисә сара ҡаралған. Киләсәктә яңы маршрут селтәрен әҙерләү, трамвай бәйләнешен, күсмә составты яңыртыу планы бар. Шәхси һәм дәүләт ташыусылары менән эш алып барыла.

Читайте нас: