15:31 (UTC+5), 06 Декабря 2021

Республикала Башҡорт теле аҙналығы уҙғарыла

14 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, Башҡорт теле көнө һәм бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу билдәләнә.

Олег Яровиков
Фото: Олег Яровиков

Ошо айҡанлы иҫтәлекле даталарға арналған ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле саралар бер йүнәлешле була, «Ете аҙым» концепцияһына берләштерелә, бөйөк Аҡмулланың «Нәсихәттәр»ендә билдәләнгән ете рухи ҡиммәткә таянып тормошҡа ашырыла. 

Марафон 7 декабрҙә башлана. Артабан ете көн дауамында ете төшөнсәнең асылы, мәғәнәһе яҡтыртыла бара һәм был Башҡорт теле көнөнә тиклем дауам итә. Һәр көн бер төшөнсәгә бағышлана ( 7 декабрҙә – «Башҡорт теле – иманлы тел», 8 декабрҙә – «Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө», 9 декабрҙә – «Башҡорт теле – аҡыл теле», 10 декабрҙә – «Башҡорт теле – шөкөр тел», 11 декабрҙә – «Башҡорт теле – әҙәпле тел», 12 декабрҙә «Башҡорт теле – сабырлыҡ теле», 13 декабрҙә – «Башҡорт теле – ихлас тел»).

Башҡорт теле аҙналығының төп саралары – «Без башҡортлар» рок-башҡарыусылары ҡатнашлығындағы кисә; «М.Аҡмулланың аҡ юлы» әҙәби кисәһе; әүҙем башҡорт йәштәре өсөн «Йомробаш» интеллектуаль уйыны; Башҡортостандың милли инновация мәктәптәре директорҙары форумы; «Телгә бәйле... » старт-сессияһы;  Ғафури районында Жәлил Кейекбаевҡа бюст асыу һәм «Дан юлдар үткән уҙамандар» тигән темаға түңәрәк өҫтәл; Башҡортостан Башлығы грантына башҡорт телендә «Кубоктар лигаһы» КВН финалы; башҡорт телендә «Әсәм теле – сәсән теле» шиғри бәйгеһе; Аҡмулланың 190 йыллығына арналған байрам концерты.

Миәкә районында М.Аҡмулла исемендәге премияны тапшырыу тантанаһы була.

14 декабрҙә Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалыу, башҡорт мәғрифәтсеһе стипендиаттарына дипломдар тапшырыу, «Тамға» башҡорт милли кейеме оҫталарының халыҡ-ара конкурсы, «Башҡорт теле – яңы ҡараш» башҡорт телен популярлаштырыу һәм үҫтереү проекттары менән таныштырыу, йәштәр өсөн «Ритайым», һәр районда башҡорт теле кисәләре ойошторола.

Белем биреү ойошмаларында башҡорт телендә Мәктәп радиоһы һәм телевидениеһы көнө; Аҡмулла шиғырҙарын башҡортса һәм сит телдәрҙә уҡыу видеомарафоны, «Бикбай уҡыуҙары» төбәк-ара конкурсы һәм башҡа саралар үткәрелә.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика