Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.59
+0.15
99.79
+0.07
90.63
+0.22
14+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2021, 13:08

Бер тәүлектә 632 кеше коронавирус йоҡторған

Валерий Шахов
Фото:Валерий Шахов

6 декабргә мәғлүмәттәр буйынса, республикала бер тәүлектә 632 кеше коронавирус йоҡторған. Был хаҡта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, сирлеләрҙең дөйөм һаны — 110 280.

«Ауырыуҙарҙың дөйөм һанынан 90% ашыуы һауығып сыҡҡан», — тине Забелин.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе амбулатор шарттарҙа — 6 859, стационарҙа 450 пациенттың дауаланыуын әйтте.

«Әлеге ваҡытта стационарҙа ковид һәм дауахананан тыш пневмония менән сирләгәндәрҙе дауалау өсөн 2800 койка бар», — тип хәбәр итте Максим Забелин.

«Республикала әүҙем вакцинация дауам итә», тип билдәләне ул. Коронавирус инфекцияһынан прививканың беренсе компонентын 2 31 793 кеше яһатҡан, 1 798 250 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Забелиндың докладына үҙ фекерен белдерҙе.

«Беҙ хәлдең тотороҡланыуын, ҡайҙалыр үлем осраҡтарының кәмеүен теркәйбеҙ. Ковид буйынса һаулыҡ һаҡлау системаһына йөкләмә лә кәмене. Президент башҡа сирҙәрҙе лә дауалауҙы оноторға ярамауы хаҡында әйтте. Вакцина яһатыуға килгәндә иһә көн дә күҙәтеп барам, көнөнә нисә кешенең прививка эшләтеүе хаҡында мәғлүмәт еткереп торалар. Ял көндәрендә аҙыраҡ, ошо ике аҙнала темп уртаса булды. Муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итәм. Ике миллион кешегә прививка яһаныҡ, тағы 400 меңе ҡалды. Был ҡатмарлыраҡ. Сөнки улар — вакцинаның кәрәкле булыуына ышанмағандар. Уларҙы күндерергә кәрәк», — тине Хәбиров.

Читайте нас: