Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.18
+0.18
26+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2021, 12:46

Башҡортостанда ташлама менән матбуғатҡа яҙылыу декадаһы башланды

6–16 декабрҙә 30 процентҡа тиклем ташлама менән гәзит-журналдарға яҙылырға мөмкин. Рәсәй почтаһы нәшриәт йорттары менән 2 меңдән ашыу ваҡытлы матбуғатҡа, шул иҫәптән 140 республика, район һәм ҡала гәзит-журналдарына яҙылыу хаҡын төшөрҙө.

Матбуғатҡа республиканың барлыҡ почта бүлексәләрендә, сайтта, мобиль ҡушымтала, шулай уҡ хат ташыусылар ярҙамында яҙылырға була.

Рәсәй почтаһы каталогында 5,9 меңдән ашыу баҫма бар. Улар араһында – ижтимағи-сәйәси, күңел-асыу һәм махсус гәзит-журналдар. Клиент баҫмаларҙы алыуҙың үҙенә уңайлы ысулын һайлай: почта йәшнигенә, абонемент йәшнигенә йәки почта бүлексәһендәге операторҙа.

 

Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: