Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.29
+0.18
29+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2021, 15:58

Башҡортостанда көндәр йылыта

Ксения Калинина
Фото:Ксения Калинина

Башгидромет синоптиктары ошо аҙнаға һауа торошо фаразын бирҙе. Был мәғлүмәтте улар бөгөн, 6 декабрҙә, хәбәр итте. Синоптиктар мәғлүмәтенә ярашлы, аҙнаның тәүге көндәрендә төндә һыуыҡ булыуы көтөлә.

«7 һәм 8 декабрҙә төндә -13, -18, аяҙытҡанда -20, -27, 7 декабрҙә көндөҙ -10, -15 градусҡаса һыуыта», — тип белдерҙе белгестәр.

8 декабрҙә республикала -3, -8 градусҡа тиклем йылыта. Урыны менән бер аҙ ҡар яуа, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ көтөлә.

9 декабрҙә йылы һауа торошо һаҡлана, уртаса һауа температураһы норманан 3-5 градусҡа юғары була. Ҡар яуыуы көтөлмәй.

Читайте нас: